– Эйе, йоҡлай инем.
– Әле нимә эшләнең? Оҙаҡ асманың.
– Әле лә йоҡлай инем,– Дим бер аҙ уңайһыҙланып ҡуйҙы.
– Сәйер, бик сәйер… Йоҡланым, тиһең. Йоҡо аралаш бер ниндәй ҙә тауыштар ишетмәнеңме? Бәлки кемдер ҡысҡырғандыр?
– Юҡ, мин кисә бер тәүлек эштә булғандан һуң арып ҡайттым һәм шунда уҡ йоҡларға яттым. Бер нәмә лә ишетмәнем. Ә нимә булды?
– Ҡаршылағы күп фатирлы йортта йәшәгән 12 йәшлек малай юғалған. Беҙ, ғәҙәттә, өс көн үтмәйсә кеше юғалыу тураһында ғариза ҡабул итмәйбеҙ, әммә бөгөн һинең өйөң тапҡырында ғына, күлдә уның кейем йыртыҡтары табылды. Яҡын-тирәләге йорт хужалары 23:00 тирәһендә ҡысҡырыу ишеттек, тиҙәр. Ә һин, тимәк, ишетмәгәнһең?
– Әйттем бит, ишетмәнем…
– Индерәһеңме, өйөңдө ҡарап сығырға ине.
– Рәхим итегеҙ!
Лейтенант аяҡ кейемен сисеп тормай бүлмә уртаһына үтте. Офоҡ артына йәшенә башлаған ҡояш яҡтыһы күҙҙе ауырттыра. Ахунйәнов ут тоҡандырырға тип һүндергескә баҫты. Люстраның яуабы юҡ.
– Утһыҙ ултыраһыңмы әллә? – тине ул ҡайышында эленеп торған фонарикты ысҡындырып.
– Эйе, кисә лампочканың ҡылы өҙөлдө, бороп ҡуйырға яңыһын әле алманым.
Ахунйәнов фонарик яҡтыһында күҙе менән бүлмәне байҡауын дауам итте. Бер-ике тапҡыр карауат янында ярылып ятҡан лампочкаға ҡарап-ҡарап алды ла, Димгә боролоп өндәште:
– Ҡарале, минең телефон номерын яҙып ал, бер-бер хәл булһа, шунда уҡ шылтыратып хәбәр ит. Бында минең күҙ-ҡолағым бул.
Лейтенант номерын яҙҙыртҡас та, хушлашмайынса өйҙән сығырға итте. Ишек төбөндә ниҙер хәтерләп туҡтаны ла, кире боролоп өҫтәлдә ҡағыҙ ҡалдырҙы. Баяғы малайҙың фотоһы һәм ҡылыҡһырламаһы. Дим уға ҡарамаҫҡа тырышып брошюраны сүп-сар кәрзиненә ташланы.
Бөтөнләй ҡараңғылай башланы. Яҡындағы көнкүреш тауарҙары магазинына барып етеп яңы лампочка алырға кәрәк. Ә бәлки солан тумбочкаһында тағы берәү барҙыр? Юҡ, Дим уны асып та торманы. Уға тышҡа сығыр өсөн һылтау кәрәк. Былай ҙа ҡасанан бирле саф һауа һулағаны юҡ. Асыҡтырған да, бешеренә башлаһаң төн етә, ә лампочка үҙенән-үҙе янып китмәҫ.
Эңер. Офоҡ был мәлдә ғәжәп төҫтәргә буялып төрлө сүрәттәргә инә. Ҡаршылағы ике күп ҡатлы йорт булмаһа, күренеш тағы ла матурыраҡ булыр ине. Уң яҡтағы, төҙөлөп бөткәне һәм кешеләр йәшәгәне, инде үҙ уттарын тоҡандырған, ә һулдағыһы, әле төҙөлөп бөтмәгәне, тәҙрә булырға тейешле урындан ҡояш нурын үткәреп пейзажға ниндәйҙер йәм өҫтәй, тип әйтергә була. Дим ишеген бикләп боролоу менән ҡолап китә яҙҙы, тупһа төбөндә генә Тамара әбей артыш яндырып өшкөрөнөп йөрөй. Си Цзиньпин урамында ҡапҡа, заборҙар тыш яҡтан ғына бар ул. Ә урам эсендәгеләре күптән сереп бөткән, кеме бөтөнләй төҙөмәгән. Тау битләүе бит, унда былай ҙа йөрөүе ауыр, баҡса сәсеү тураһында һүҙ ҙә юҡ. Шуға күрә күршеләр ҙур коммуна кеүек йәшәй.
– Тамара инәй, нимә эшләйһегеҙ ул?
– Айналайым! Айналайым! – төтәгән арыш ботағын солан ярығына ҡыҫтырып ҡуйҙы. – Төнгә ҡарай ҡайҙа сығып бараһың?
– Лампочка алырға ине, шуға магазинға сыҡтым.
– Оҙаҡ йөрөмә, был һаҫыҡ күлгә албаҫты эйәләгән. Үҙем күрҙем, шунда сәсен тарап ултыра ине. Теге малайҙы ла шул күкрәге менән баҫып үлтергән. Һиңә ҡыҙ ҡиәфәтенә инеп яҡынлаһа, өйөңә индерә күрмә! Яңғыҙҙарҙы ярата ул. “Ҡайҙан килдең, шунда кит!” – тип ҡысҡыр. Мине һораһа өйҙә юҡмын, уны күрмәнем, тиң. Барыбер ишек асмайым. Кисә башта миңә килеп киткәйне. Әбей көсһөҙ, тип уйлағандыр.
Ҡарсыҡ үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә өйөнә табан атланы. Дим көлмәҫкә тырышып, Тамара менән ризалашты, әммә ул арты менән боролғас та артышты һүндерергә тотондо. Еҫе тәмле, әлбиттә, әммә уты таҡта соланға күсеп ҡуймаһын. Бындай күрше менән йәнәш торғанда дүрт күҙ менән тирә-йүнде ҡарарға кәрәк, йолаларын үтәйем тип янғын сығарып ҡуймаһын. Албаҫты, имеш. Цивилизация етеү менән барлыҡ мифик заттар күптән ҡаланан тайған инде. Ололар быны шайтандарҙың техник прогрестан ҡурҡыуы менән аңлата. Дим фекеренсә,боронғо ышаныуҙарҙы фән һәм логика юҡ иткән. Әммә ҡайһы саҡ ҡала урамдарында ниндәй генә персонаждар осрап ҡуймай.